«Халыҡ-ара башҡорт теленән диктант»
Апрель 14, 2026
Просмотров: 8
17 апрелдә 11.00 сәғәттә бөтә донъяла йыл һайын үткәрелә торған «Халыҡ-ара башҡорт теленән диктант» акцияһы үтәсәк.
Ҡырмыҫҡалы районының бөтә дөйөм белем биреү учреждениеларында башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ҡатнашыу өсөн офлайн-майҙансыҡтар ойоштороласаҡ.
Районда төп ике офлайн-майҙансыҡ Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбендә һәм Үҙәк китапханала ойошторола. Акция төрлө форматта үтәсәк. Майҙансыҡтар мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, китапханаларҙа, мәҙәниәт йорттарында, шулай уҡ республиканың башҡа төбәктәрҙәге һәм илдәрҙәге вәкиллектәрендә ойотоштороласаҡ. Шәхсән ҡатнаша алмаусылар өсөн рәсми сайт bashdictant.ru/ аша онлайн-форматта ҡатнашыу мөмкинлеге ҡаралған.